Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2025, 10:05

Һыу инергә киткән һәм ҡайтмаған

Ирҙе ярҙан 20 метр алыҫлыҡта, 2,5 метр тәрәнлектә табалар.

Һыу инергә киткән һәм  ҡайтмағанҺыу инергә киткән һәм  ҡайтмаған
Һыу инергә киткән һәм ҡайтмаған

Кисә кис БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына бер ирҙән хәбәр килә, ул дуҫының һыу инергә китеүен һәм кире ҡайтмауын әйтте. Батып үлеү осрағы Учалылағы ҡала быуаһында була.

Ирекмәндәрҙең водолаз төркөмө һәләк булған 44 йәшлек ирҙе ярға сығарған. Ул ярҙан 20 метр алыҫлыҡта, 2,5 метр тәрәнлектә табылған.

Яр буйында һыу инеү тыйылыуы хаҡында яҙылып ҡуйылған.

Әле оператив-тикшереү саралары үткәрелә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас