Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2025, 14:35

Оло юлда йәш бала бер үҙе йөрөгән

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы янында, Өфө-Ырымбур трассаһында, үтеп барыусылар юл буйлап бәләкәй баланың йүгереп барыуын күреп ҡала.

Оло юлда йәш бала бер үҙе йөрөгәнОло юлда йәш бала бер үҙе йөрөгән
Оло юлда йәш бала бер үҙе йөрөгән

Шаһиттар әйтеүенсә, малайға 3-4 йәш тирәһе, ул һөйләшмәй.

"Туҡтаныҡ, полиция саҡырҙыҡ. Хәҙер урында көтәбеҙ. Балаға эсергә һыу бирҙек.Ҡулын-битен йыуҙыҡ. Бысраҡ ине", - тип ярҙамға килеүселәр.

Билдәле булыуынса, баланың һуңыраҡ ата – әсәһен тапҡандар. Улар әйтеүенсә, малайҙы яҡындары ике сәғәт самаһы эҙләй. Бала трассаға нисек килеп эләккәнлеге әлегә билдәһеҙ. Урынға шулай уҡ ашығыс ярҙам килә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас