Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2025, 17:39

Ялға ҡайтҡан һалдаттар осрашҡан

Дәүләкән яугирҙары артабан да шундай саралар ойоштороп торасаҡ.  

Ялға ҡайтҡан һалдаттар осрашҡанЯлға ҡайтҡан һалдаттар осрашҡан
Ялға ҡайтҡан һалдаттар осрашҡан

Ошо көндәрҙә Дәүләкәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың осрашыуы үтте. Сараға сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы һәм яраланыу сәбәпле демобилизацияланған хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйылды. Яугирҙар ҡала урамдары буйлап флагтар менән ойошторолған рәүештә үтте, һуңынан һәләк булған һалдат ҡәберҙәренә сәскәләр һалыу өсөн зыяратҡа юлланды.

- Осрашыуҙың төп маҡсаты — хәрби ҡәрҙәштәребеҙҙе хөрмәтләп иҫкә алыу, — тип уртаҡлашты Дәүләкән районынан ветерандар һәм хәрби көстәрҙең ғәмәлдәге яугирҙары кураторы Эдуард Мөхәмәтдинов. - Улар ватан өсөн ғүмерҙәрен бирҙе, һәм беҙ уларҙың батырлығын иҫтә тоторға бурыслыбыҙ.

Осрашыуҙан һуң яугирҙар бындай хәтер акцияларын мөмкин тиклем күберәк үткәрергә, үҙҙәре лә йышыраҡ осрашырға һөйләште.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас