Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2025, 15:05

Көслө дауыл бер ниҙе лә аямаған!

Юлына осраған бар нәмәне ҡырған. Һеҙҙең яҡта көн нисек?

Көслө дауыл бер ниҙе лә аямаған!Көслө дауыл бер ниҙе лә аямаған!
Көслө дауыл бер ниҙе лә аямаған!

Был тәбиғи ғәрәсәт күрше Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округында кисә була.

Ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ, көслө ел эҙемтәһеҙ уҙмай.

Дауыл ағастарҙы йолҡоп ала, улар юлдарға төшә, электр линияларын өҙә.

Көслө яуынға йылғалар ташып ярҙарынан сыға, ҡыуандыҡтарҙың торлаҡ йорттарын һәм йорт яны участкаларын һыу баҫа. Коммуналь хеҙмәттәр шунда уҡ ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ашығыс эш башлай, юлдарҙы ағастарҙан таҙарта, электр линияларын тергеҙә.
Әле тәбиғи ғәрәсәткә бәйле юғары әҙерлек режимы индерелгән, ул 9 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас