Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2025, 12:33

Июндең икенсе яртыһы һәм июль башы нисек була?

Гисметео метеорологтары  һауа торошон фаразланы.

Июндең икенсе яртыһы һәм июль башы нисек була?Июндең икенсе яртыһы һәм июль башы нисек була?
Июндең икенсе яртыһы һәм июль башы нисек була?

Белгестәрҙең мәғлүмәттәренә ярашлы, һиҙелерлек температура тирбәлеүе көтә.

Июнь уртаһында ныҡ эҫе буласаҡ. Һауа температураһы +30 градустан юғарыраҡ, әлеге осор өсөн был үтә эҫе.
Әммә айҙың 20 июндән һуң көн торошо ҡырҡа үҙгәрә. Һиҙелерлек һыуытасаҡ.

19 июндә синоптиктар көндәрҙең һалҡынайыуын фаразлай. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы +14 градусҡа тиклем төшә, ә көндөҙгө максималь күрһәткестәр +23 градустан артмай. Бер аҙ ямғыр яуасаҡ.
23 июндән 30 тиклем ҡояшлы һауа торошо күҙаллана.

Июнь аҙағына температура күрһәткестәре бер аҙ күтәреләсәк. Көндөҙ +26 градус, төндә +18 градусҡа тиклем.

Июль башы тотороҡло йәйге һауа торошон килтерә. Төндә +17 ,+18 градус, ә көндөҙ +25 градус тирәһе буласаҡ.

5 һәм 6 июлдә һауа температураһы төндә +17, көндөҙ +25 градус.

Июлдең беренсе аҙнаһы яуым-төшөмһөҙ үтмәй. 2, 3 һәм 5 июлдә ямғыр яуыуы көтөлә, ә 4 июлдә синоптиктар көслө яуым-төшөм булыуы хаҡында иҫкәртә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас