

Аяҡтан йығырлыҡ хәбәр 27 апрель барыһын да тетрәндерҙе: "Фидан Ғафаров вафат... ",
"Ышанырлыҡ та түгел бит... ", "Яңы ғына спектаклендә булғайныҡ... ", тип ҡабатланы күптәр.
Легендар сәхнә оҫтаһы, РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, йырсы Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлаз. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актёр башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.
2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде.
Олуғ шәхес хаҡында яҡты, йылы иҫтәлектәр күңелдәрҙә мәңге йәшәр!