Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2025, 06:40

Радий Хәбиров Ҡорбан байрамы уңайынан коллектив намаҙҙа ҡатнашты

 Радий Хәбиров Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәсетендә булды һәм намаҙҙа ҡатнашты.

Радий Хәбиров Ҡорбан байрамы уңайынан коллектив намаҙҙа ҡатнаштыРадий Хәбиров Ҡорбан байрамы уңайынан коллектив намаҙҙа ҡатнашты
Радий Хәбиров Ҡорбан байрамы уңайынан коллектив намаҙҙа ҡатнашты

Республиканың барлыҡ мәсеттәрендәге кеүек, бында ла Ҡорбан байрамы уңайынан байрам вәғәзе үтте, уны мөфтөй, төбәк мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин уҡыны.
Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, коллектив намаҙҙа ҡатнашты һәм диндарҙар менән аралашты.

- Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр! Хөрмәтле мөфтөй Айнур-хәҙрәт! Хөрмәтле ватандаштар! Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым! Был көндө һәммәбеҙҙә ғаиләләребеҙ, яҡындарыбыҙ һәм әлбиттә, беҙҙе яҡлаған яугирҙарыбыҙ өсөн доға ҡылабыҙ, улар еңеү менән иҫән-һау ҡайтһын. Был бик мөһим, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк башлығы шулай уҡ республика халыҡтарының тыныслығын һәм күп милләтле берҙәмлеген һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың рухи лидерҙарына рәхмәт белдерҙе.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас