Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2025, 12:15

Баймаҡ үҫмерҙәре полиция менән уҙыш ойошторған

Һәс тә кинолағы кеүек булған был!

Баймаҡ  үҫмерҙәре полиция менән уҙыш ойошторғанБаймаҡ  үҫмерҙәре полиция менән уҙыш ойошторған
Баймаҡ үҫмерҙәре полиция менән уҙыш ойошторған

Уҙып барған патруль машинаһы, ҡала буйлап шлемһыҙ һәм юғары тиҙлектә мопедта елдергән ике үҫмерҙе күреп ҡала. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙың туҡтауҙарын талап итә. Әммә транспорт менән идара итеүсе газға баҫа бирә һәм ниндәйҙер мәлдә пассажиры менән бергә асфальтҡа ҡолай. Хоҡуҡ һаҡсылары менән уҙыш ойоштороусылар ҡаса, техниканы инспекторҙар штраф туҡталҡаһына алып китә.

Һуңғараҡ ҡасҡындар үҙҙәре бүлеккә килә. Баҡтиһәң, руль артында 17 йәшлек водитель таныҡлығы булмаған егет була, уға штраф һалалар. 16 йәшлек пассажирына экипировкаһыҙ йөрөү өсөн протокол төҙөйҙәр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас