

Өфө турисы һәм уның эте Ирәмәлдә аҙаша.
Сәйәхәтсегә 36 йәш. Эте менән бергә ул 1582 метр бейеклеккә күтәрелә. Төн үткәрә, ә икенсе көндө аҙаша: ҡуйы томан, һаҙлыҡ һәм тирә-яҡта бер йән дә юҡ.
Аҙығы һәм һыуы ҡалмай, ярҙам саҡырыу өсөн ул телефон тотҡан ерҙе эҙләп таба.
Ҡотҡарыусылар һәм урындағы халыҡ ярҙамға ашыға. Улар тәүҙә квадроцикл менән, артабан йәйәүләп, тауға күтәрелә.
Антон Менән Филимонды таңға ғына табалар. Ашаталар, йылыталар һәм өйҙәренә оҙаталар.