

«Яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреү – уртаҡ бурыс»
"Ҡатын-ҡыҙың бәхет биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар " дәүләт фонды филиалының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы «Геройҙар ваҡыты. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙен яҡлауҙағы роле» темаһына «түңәрәк өҫтәл»
Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, ветерандарҙың әсәләре, ҡатындары, дини конфессия, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрене, ирекмәндәр йыйылды.
Сарала яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, гуманитар ярҙам ойоштороу, Мәскәүҙең, төбәктәрҙең, муниципалитеттарҙың иң яҡшы тәжрибәләре һәм башҡа көнүҙәк темаларға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Һәр муниципалитет үҙ экспозицияларын тәҡдим итте. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының, «Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы» төбәк бүлексәһенең һәм Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең фотокүргәҙмәләре менән таныштырҙылар.
Психологик хәрби травма һәм уның эҙемтәләре менән эшләү, МХО-нан ҡайтҡан яугирҙарҙы реабилитациялау, медицина һәм социаль адаптация, уларҙы уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу бөгөн көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала. Яугирҙарға тылда матди яҡтан ғына түгел, рухи терәк булырҙай ярҙам кәрәк. Бөгөн һуғыш эсендә йөрөгән һалдат тән йәрәхәте генә алмай, уны йәне лә яралы. Һуғыш афәте яҡындарын юғалтыу ҡайғыһын кисергәндәр күңеленә ғүмерлеккә юйылмаҫлыҡ яра һала. Был һәләттән нисек сығырға һәм күңел йәрәхәтен нисек дауаларға? Әлбиттә, ундайҙарға, һис шикһеҙ, психолог ярҙамы кәрәк.
Проекттың етәксеһе Мари -Иле Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы даими вәкиле Ольга Бадма-Халгаеваның әйтеүенсә, яугирҙарыбыҙға ямоциональ яҡтан терәк булыу – беҙҙең төп бурыс.
– Был проект ирҙәрен, улдарын, туғандарын һуғышта юғалтҡандарға йәшәргә өйрәтә. Ҡайғы кисереү тойғоһо үтмәй, ул йөрәк яраһын дауалап та булмай. Беҙ ундайҙарға психологик ярҙам күрһәтеп, яңынан йәшәргә өйрәтергә тейешбеҙ, – ти ул. «Үҙ көсөм» проекты буйынса яугирҙарҙың ғаилә ағзалары Мәскәү психоанализ институтында һәм Томск дәүләт университетында уҡыған. Башҡортостандан 100 кеше бушлай белем алған. «Түңәрәк өҫтәл»дә уларға дипломдар тапшырылды.
Майҙансыҡта шулай уҡ Махсус хәрби операция зонаһында яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә ярҙам итеүҙә мөһим этап булған «Үҙ ғаиләм ҡунаҡханаһы» проектына йомғаҡ яһалды.
РФ Дәүләт Советы комиссияһы ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советының әсәлекте, балалыҡты яҡлау һәм ғаиләгә ярҙам итеү буйынса комиссияһы ағзаһы, «Ҡояш нуры бүләк ит» хәйриә фондына нигеҙ һалыусы, «Сәләмәт йәмғиәт өсөн ҡатын-ҡыҙҙар» хәрәкәтенең ағзаһы Һәм авторҙашы Саниям Коваль үҙ ойошмаһына ярҙам итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле тураһында һөйләне.
"Республика халҡының берҙәмлеге һәм битарафлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн ышаныслы тылға әйләнде. Тәүге көндәрҙән алып бөгөнгө көнгә тиклем кешеләр яҡлаусыларыбыҙҙы гуманитар ярҙамдан алып әхлаҡи ярҙамға тиклем бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү өсөн көстәрен берләштерә.
Ирекмәндәр һәм геройҙарҙың әсәләре менән осрашыу тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы башланғыстарҙы тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора. Яугирҙарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итеүгә йүнәлтелгән проекттар тикшерелде. Яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең уртаҡ бурыс.
Шәфҡәтлелеккә һәм Еңеүгә ышаныуға нигеҙләнгән был системалы эш дауам ителәсәк һәм киңәйтеләсәк. Республика артабан да үҙенең геройҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясағыбыҙҙы күрһәтәсәк», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.