Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2025, 18:01

Еңеүселәр иҫәбендә!

Вито Сабиров, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры, ҡыуанысы менән бүлеште.

Еңеүселәр иҫәбендә!Еңеүселәр иҫәбендә!
Еңеүселәр иҫәбендә!

Йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса беҙ Рәсәйҙең биш лидеры иҫәбендә, тип яҙҙы министр:

- Бөгөн Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалаларының береһендә, Омск ҡалаһында, Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә 2024 йылғы эштәргә йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан илдең иң ҙур төбәктәр төркөмөндә Мәскәү менән бүлешеп, 5-се урынды биләй.

Былтыр йәштәр менән эшләүгә маҡсатлы рәүештә тотондоҡ, Йәштәр һәм ирекмәнлек буйынса координация советын булдырҙыҡ, был йылда ил төбәктәренең тәүгеләре булып тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн һөнәри байрамды раҫланыҡ.

Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров йәштәргә ҙур иғтибар бүлә, шуға күрә беҙ йылдам алға барабыҙ.

Министрлыҡ командаһына һәм #БашМолодежь дуҫтарына һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт! Артабан - күберәк!

Фото: https://vk.com/wall17702735_6760

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас