

Туймазы эшҡыуарына 4 июндә 35 йәш тула, кәйефе шәп! Уға анонимдан гөлләмә килтереүҙәре хаҡында хәбәр иткәстәре, тамсы ла шикләнмәйенсә смс-хәбәрҙән кодты әйтә. Артабан "Дәүләт хеҙмәттәре" хеҙмәтенән уның шәхси кабинетына инеү тураһында белдереү килә. Шунан уның менән дәүләт структураларының ялған хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сыға һәм аҡсаны һаҡлау маҡсатында 569 мең һум аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә.
Иң ҡыҙығы шунда: ҡатын мутлашыусы менән аралашҡан саҡта, ире уның янында була, ләкин бер ни белмәй ҡала.
- Яҡындарығыҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ, таныш булмағандарға ышанмағыҙ! - тип иҫкәртә хоҡуҡ һаҡлаусылар.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@bashmoshki