Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2025, 17:39

Ғаилә сәйәсәте тикшерелде

"Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы майҙансығында Башҡортостанда ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр.

Ғаилә сәйәсәте тикшерелдеҒаилә сәйәсәте тикшерелде
Ғаилә сәйәсәте тикшерелде

"Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы сиктәрендә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Ғаилә проекты" исемле конференция үтте. Уның барышында күп балалы ғаиләләргә ҡарата социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Фекер алышыуҙа федераль закондар сығарыу власы органдары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкилдәре, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, руханиҙар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты. "Бәхет территорияһы" хәйриә фондының попечителлек советы етәксеһе Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, Рәсәйҙә күп балалылыҡ милли традиция булған төбәктәрҙең миҫалдары бар.

- Бында эксперттар ултыра, улар үҙ ҡарарҙарын, йәмғиәтебеҙҙе нисек итеп күберәк бала тыуҙырыуға йүнәлтеү тураһында тәҡдимдәрен әйтерҙәр, - тип өҫтәне Каринэ Хәбирова.

Майҙансыҡтың модераторы булып Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советының яуаплы секретары Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаны, ул Рәсәй төбәктәрендә бындай саралар үткәреү ғаилә институтының үҫешенә ыңғай йоғонто яһауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Президент Владимир Владимирович Путиндың күп балалы ғаиләләр менән осрашыуында әйткәнсә, ныҡлы һәм татыу ғаиләләр илебеҙҙең ғорурлығы булды һәм буласаҡ, ә ысын ғаилә ҡиммәттәре беҙҙең өсөн, Рәсәй өсөн һәм граждандар өсөн ҡаҡшамаҫ булып ҡаласаҡ, - тине Лилиә Ғүмәрова.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/26908/

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26908/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас