Әле Яңы Абҙаҡ менән Мораҡай ауылдары араһындағы участкала (4 км) эшләйҙәр. Иҫке асфальт япмаһын алып, юлды нығытып, асфальтбетон йәйәләр. Ул ике ҡатлы буласаҡ. Юл ситтәрен дә заманса технология менән нығытасаҡтар.
Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлы бик мөһим трасса. Унан Яҡтыкүлгә, Абҙаҡ курортына, башҡа ҡыҙыҡлы туристик урындарға барырға була.
Быйыл юлсылар Әбйәлил, Белорет, Ишембай райондарында биш участканы ремонтларға ниәтләй. Бөтә эш йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш.
Фото: Минтранс РБ.