

Яҡты йөҙөң, йылы һүҙең дә - дауа
... - Cаҡ ҡына түҙ, йәме, хәҙер венаңа энә ҡаҙайым, - карауатта ятҡан йәш яралыға Рәсимә әсәләрсә хәстәрлекле тауыш менән өндәшеп, беләгенә йәһәт кенә тамыҙғыс ҡуйғас, һалдатты йомшаҡ ҡарашы менән иркәләне, - афарин, сирылып та ҡуйманың, батыр егет!
- Һеҙҙең ҡулдарығыҙ шундай йомшаҡ, укол сәсеүегеҙ беленмәй ҙә ҡала! - яугир шәфҡәт туташына киң йылмайҙы.
– Һомғол, һылыу Рәсимә ни палатаға килеп инеү менән ауырыу-һыҙланыуҙар артҡа сигенә, - тип күрше карауатта ятҡан ир һүҙгә ҡушылды, - уның ҡулдарында ла, күҙҙәрендә лә тылсым бар!
- Уй, егеттәр, үтә ҡупайтып ташланығыҙ түгелме апайығыҙҙы?! – Рәсимә өлкәнерәк йәштәге яугирға ҡуйылған тамыҙғыста дарыуҙың бөткәнен күреп, системаны алды. – Үтә маҡтап ташламағыҙ, йә ышанырмын...
- Һүҙебеҙҙә тамсы ла шаштырыу, арттырыу юҡ. Өйләнәм мин һиңә! – буйҙаҡ яугир дәртләнеп, башын мендәрҙән ҡалҡытты. – Шунан, сығаңмы миңә кейәүгә?
Рәсимә, эшен дауам иткән ыңғайы, шаяртыуҙы күтәреп алды:
- Сығам, тиһәм, нишләрһең икән, һалдат?!
- Өйләнәм дә ҡуям! – ҡаш һикерткән яралының ауыҙы ҡолағына етте. - Ризалығың булды, тимәк?!.
- Һауыҡ та, Өфөгә килерһең, аҙаҡ ҡарарбыҙ, - көлә-көлә палатанан килеп сыҡҡан Рәсимә артынса ишек ябылыу менән, илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен тешләне, шунан үҙен ҡулға алып, шым ғына шыбырланы:
- Иҫән-һау ғына булығыҙ, егеттәр!..
“Беренсе тирмә” республика проекты буйынса Луганск госпиталендә ике аҙна эшләп ҡайтҡан шәфҡәт туташы Рәсимә Кәримова, һәр яугир һаманғаса күҙ алдымда ғына тора, тауыштары ҡолаҡ төбөндә яңғырап киткәндәй, тип :
- Барғас та, яралыларҙы йәлләүҙән йөрәк әрнеп, ике-өс көн туҡтауһыҙ иланыҡ. Ләкин күҙ йәштәребеҙҙе уларға күрһәтмәнек, йылмайып-көлөп, күңелдәрен күрергә, бар хәлебеҙсә ярҙам итергә тырыштыҡ. Тыуған ил мәнфәғәттәрен һаҡлап, яуҙарҙа ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ҡыйыулығы алдында баш эйеп, уларға оло ихтирам менән ҡараныҡ, йүгереп йөрөнөк. Хәйер, улар ҙа беҙгә ҡарата бик яҡшы мөғәмәлә булды, береһе бер ҡырын ҡараманы, ауыр һүҙ әйтмәне. Хәлдәренән килһә, улар беҙҙе, шәфҡәт туташтарын күтәреп кенә йөрөтөрҙәр ине.
Яралыларҙың араһында, әлбиттә, төрлөһө бар. Кемеһелер, бер ниндәй ауырлыҡтарға, ауыртыныуҙарға ҡарамаҫтан, күңел көрлөгөн юғалтмаҫҡа тырыша, көлгән-шаярған була, киләсәккә пландар ҡора, күргән-кисергәне менән бүлешә... Кемеһелер, һауығырмынмы икән, апай, аяҡҡа баҫырмынмы, тип күҙеңә мөлдөрәп төбәлә, ыңғай яуап көтә... Ә кемеһелер, ике күҙен түшәмдән алмай, ләм-мим өндәшмәй, тешен ҡыҫып, һыҙлауҙарын эсенә йота... Уларҙың иңбашына, ҡулына ипләп кенә ҡағылаһың да, эстән генә “бирешмә” тип өндәшеп, усың менән һөйөп китәһең. Икенселәрҙе, бөтә яҡшы буласаҡ, күр ҙә тор, ышан, һинең йәш организмың да, медицина ла ныҡ көслө бит, тип ҡыуандыраһың, ҡеүәтен арттыраһың. Тел биҫтәләренә иһә артабан шаярырға, тәмләп һүҙ сурытырға һинең бер ихласлап көлөүең дә етә. Дарыуҙар ғына түгел, мөләйем, яҡты йөҙөң дә, йылы һүҙең дә улар өсөн дауа, йыуаныс. Ут аша үткән, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан, яуҙарҙа иптәштәрен юғалтҡан һалдаттарҙың янынан үткәндә лә, һәр береһен йөрәгең менән ҡосаһың, рәхмәт тойғоһона тулаһың, улар шуны тоя.
Беҙҙең республиканы белеп бөткәндәр. Мин Башҡортостандан, тиһәң, эй ҡыуаналар, маладистар, тип маҡтайҙар. Үҙебеҙҙең төбәк өсөн ниндәй тәрән ғорурлыҡ тойғоһон кисереүебеҙҙе белһәгеҙ! Баш күккә тейә яҙа! Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко тәҡдиме менән башланған үҙенсәлекле “Беренсе тирмә” проектында ҡатнашыуым, еңеүгә саҡ ҡына булһа ла, өлөш индереүем менән бәхетлемен. Тағы ла госпиталгә эшләргә барырға йыйынам. Ситтә ҡалып булмай.
Белорет районы Мулдаҡай ауылы ҡыҙы Рәсимә Салауат ҡыҙы махсус хәрби операция башланыу менән беренсе һыҙыҡҡа барырға ниәтләй. Әммә, йәшең 45-тән уҙған, тип, уның ниәтен кире ҡағалар. Шулай ҙа өмөтөн өҙмәй, нисек тә үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итеү уйы менән йәшәй. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуя юлына: быйыл шәфҡәт туташына “Беренсе тирмә” проектында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Луганск ҡалаһындағы госпиталдә ике аҙна дауамында 12-шәр сәғәт эшләргә кәрәк буласаҡ, һин булдыраһың, тиҙәр. Бала сағынан ауылда тир тәмен белеп үҫкән, ауырлыҡтарҙан баҙамаған, бер ҡасан да ярты юлда туҡтап ҡалмаған Рәсимә ике уйлап тормай, бер генә һүҙ менән яуаплай: “Барам!” Госпиталдә йәштән өйрәнеп, йылдар дауамында камиллаштырған эшен башҡара – пациенттарға табиптар тәғәйенләгән уколдарҙы сәсә, системалар ҡуя, физпроцедураларға, массаждарға, КТ, МРТ үтергә йөрөтә. Бынан тыш улар түшәктә ятҡан һалдаттарҙы үҙ ҡулдары менән ашатып-эсерә, йыуындыра, сәстәрен ала, магазиндан кемгә - кефир, кемгә тәм-том һатып алып килә. 9 майға бүләктәр өләшеп, хаттар таратып, яугирҙарға байрам ойоштора. Госпиталдә иртәнге сәғәт һигеҙҙән алып киске алтыға тиклем йүгерекләп, фатирға арманһыҙ булып ҡайтҡас, төндә бер ни белмәй-ишетмәй йоҡлайҙар. Луганск ҡалаһына ике тапҡыр һөжүм булғанын да аҙаҡ ҡына беләләр...
Тәү ҡараштан үҙенә йәлеп иткән изге күңелле Рәсимә Кәримова бәләкәй сағында медицина хаҡында түгел, ә машина йөрөтөүсе булырға хыялланған. Ултырғыстарҙы рәтләп ҡуйып, эргәмә - “иремде”, артҡы урындарға “балаларыбыҙҙы” ултыртып, геүелдәп уйнағанды хәтерләйем, тип йылмая:
- Ләкин элек төпкөл ауыл мәктәбендә уҡыған, ябай ғаиләлә үҫкән балаларҙың һайлау мөмкинлектәре сикле булды. Ни бары өс йүнәлештең береһен һайланыҡ: йә -педагогия, йә медицина училищеһын йәки һөнәрселек училищеһын. “Һине медицинаға бирәм, медик итеп уҡытам, балаҡайым. Ҡартайып, ауырып ятһам, мине ҡарарһың”, - тип, инәйем медучилищеға йүнәлтте. Әле үткән юлға әйләнеп ҡарайым да, әлдә генә Белорет медицина училищеһына уҡырға барғанмын, төплө белем алғанмын, ғүмеремде һаулыҡ һаҡлау системаһына бағышлағанмын, тип уйлайым. Белоретҡа бер туған ағайым алып барҙы ла, документтарҙы тапшырышты. Спорт менән дуҫ инем, йүгерергә яраттым, шуға ла училищела мине байрамдарҙа ауылға ҡайтармай, ярыштарҙа ҡатнаштырҙылар. Ҡайтҡы килә, ғәләмәт һағындыра торғайны! Шул иҫтә уйылып ҡалған... Әлегәсә йүгереүҙе ташламаным. 6 июндә медицина хеҙмәткәре көнө айҡанлы йүгереү буйынса ярыш үтәсәк, шуға әҙерләнәм. Ҡышын саңғы уҙыштарын ҡалдырмайым. Һаулыҡ – иң оло байлыҡ, ҡәҙерен беләм.
Баш ҡалала төпләнеп, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында юғары белем алған, ең һыҙғанып физкультура диспансерында эшләгән Рәсимә Кәримова үҙен башҡа өлкәлә бөтөнләй күрмәй. 35 йыл элек һайлаған юлдан ышаныслы баҫып атлай, һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Сөнки булмышы менән ул шәфҡәт туташы һәм уның төп юғары бурысы – кешеләргә ярҙам итеү.
Фото: Рәсимә Кәримова: “Беҙ, ирекмәндәр, 9 майҙа госпиталгә һалдат формаһында барҙыҡ”.