+22 °С
Ямғыр


Баймаҡ районында Сибай - Аҡъяр юлын ремонтлау дауам итә. Сибайҙан Күлтабанға тиклемге 8 саҡрым ерҙә юлсылар ҡыҙыу эшләй. Тиҙҙән яңы юл ялтырап ятасаҡ.
Баймаҡ менән Хәйбулла араһындағы юлды һүгә-һүгә хәлдән тайҙы инде был яҡтағы халыҡ. Хәҙер уларға ҡыуанырға ваҡыт.
Быйыл 30 саҡрым юлды яңыртыу күҙаллана.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.