Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июнь 2025, 12:52

Радий Хәбиров ҡунаҡтар ҡабул итте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернаты уҡыусылары менән осрашты. 10-сы класс уҡыусылары Асҡар Ғәлимуллин, Арыҫлан Ишкилдин, Илнур Сәлихҡолов һәм Алмаз Таһиров республика етәксеһенең эш кабинетында булды.

Радий Хәбиров ҡунаҡтар ҡабул иттеРадий Хәбиров ҡунаҡтар ҡабул итте
Радий Хәбиров ҡунаҡтар ҡабул итте

21 майҙа "Патриот" паркында осрашҡанда егеттәр Республика йортонда булыу теләген белдергән. Радий Хәбиров уларҙы эш урынына саҡырған һәм бына вәғәҙәһен үтәне лә.

Уҡыусылар бөтә нәмәне ҡыҙыҡһынып ҡараны, Радий Фәрит улын иғтибар менән тыңланы.

Әйткәндәй, Алмаз - МХО яугирының улы. БР Башлығы атаһына сәләм әйтергә ҡушты, иҫән-һау булһын, тине.

Егеттәр буш ҡул менән килмәгәйне - Хәбировҡа лицейҙың 100 йыллығына арналған китапты бүләк иттеләр. Республика етәксеһе лә, осрашыу иҫтәлеге, тип бүләктәр бирҙе.

"Миңә бөгөн яҡшы егеттәр килде. Әлегә бик баҫалҡылар. Уларҙың дөрөҫ тәрбиә алыуҙары күренеп тора. Бер-ике йылдан ҙурайырҙар, күп нәмәне аңлау барлыҡҡа килер", - тине Радий Фәрит улы осрашыуҙан һуң.

Уҡыусылар ЦУР-ҙа ла булды.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас