

– Ғаиләбеҙҙә бөгөн мөһим ваҡиға. 8 йыл элек беҙ Индира менән өйләнештек. Был юлды үтеү беҙҙең өсөн бик ауыр булды. Индира минең ҡыҙым булған саҡта аяҡһыҙ ҡалдым. Уға ни бары 21 йәш кенә ине. Һөйөклөм бер ниҙән дә ҡурҡмай, хатта ниндәй тормош алып барыуыбыҙҙы аңлап та, күҙ алдына ла килтермәйенсә миңә кейәүгә сыҡты. Беҙ булдыра алырбыҙмы? Алда – билдәһеҙлек. Беҙҙең бөтөнләй бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине, бер-беребеҙгә булған мөхәббәтебеҙҙән һәм иманыбыҙҙан башҡа. Аллаға шөкөр, бөгөн мин ҡатынымды, ғаиләмде тулыһынса ҡарай алам. Минең ҡыҙҙарым бәхетле, – тип яҙа блогер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаилә артырға тора. Сабый ошо арала яҡты донъяға ауаз һалыр тип көтә ғаилә.