Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июнь 2025, 04:30

Иий, бахыр быҙауҡай...

Белорет районында быҙау 3 метр тәрәнлектәге соҡорға төшөп киткән...

Иий, бахыр быҙауҡай...Иий, бахыр быҙауҡай...
Иий, бахыр быҙауҡай...

Белорет районында быҙауҙың яҡынса өс метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөүе хаҡында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.

Урынға килеп еткәс, ҡотҡарыусылар хайуанды аяныс хәлдә таба. Улар ҡорамалдар ярҙамында быҙауҙы ипләп кенә бәйләйҙәр һәм урындағы халыҡтың ярҙамы менән уны сығаралар.

Быҙау имен, шөкөр! Ул хужаларына ҡайтарылған. Ура!

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас