

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән байрам программаһын тәҡдим итәләр. Саралар алдан башлана.
Бына бер нисәүһе:
6 - 11 июнь - «Мелодия на страже» фестивале («Башкортостан» концерт залы). 10 июндә, киске сәғәт 5-тә биш паркта концерттар - Димдә, «Ҡашҡаҙан», «Тулҡын», И. Якутов баҡсаһында, С. Аксаков баҡсаһында.
11 июнь - «Минск приглашает друзей» (Ҡала мәҙәниәт һарайы). Өфөлә Минск ҡалаһы көндәре үтә.
12 июнь - Дуҫлыҡ монументына, "Өфө хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһына, Салауат Юлаев һәм Шәйехзада Бабич һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу.
- Рус драма театры ҡаршыһында 12.00 - 20.00 арауығында «Во славу России и любимого города» байрам концерты була.
12 - 15 июнь - «Өфө-Арена»янында «Есть!» ҡала ресторандары фестивале.
11 - 14 июнь - «Планета» сауҙа үҙәгендә белорус тауарҙары йәрминкәһе.
12 июнь - «Ҡашҡаҙан» паркында Рәсәй-Беларусь спортсылар араһында стритбол турниры.
Фото: Город Уфа