Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2025, 15:45

Йәмкә менән хеҙмәттәшен үлтергән

Уның баш һөйәген эттәр тапҡан.

Йәмкә менән хеҙмәттәшен үлтергәнЙәмкә менән хеҙмәттәшен үлтергән
Йәмкә менән хеҙмәттәшен үлтергән

Өфөлә хеҙмәттәшен үлтереүҙә ғәйепле ир ҡулға алынған. Был турала Тәфтиш комитеты һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

Енәйәт 2024 йылдың октябрендә ҡылына. Әле енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән 56 йәшлек ир ҡулға алынған. Билдәле булыуынса, ул Өфөнөң төньяғында урынлашҡан баҡса йортонда Свердловск өлкәһенән килгән 61 йәшлек хеҙмәттәше менән бергә йәшәгән. Икеһе лә һаҡсы булып эшләгән.

Ирҙәр спиртлы эсемлек эскән һәм һүҙгә килешкән. Ҡыйғы районында йәшәүсе ир дуҫының башына йәмкә менән һуҡҡан. Зыян күреүсе өйҙән сығып, урманға китә, ​​алынған йәрәхәттәрҙән шунда вафат була.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас