Эшҡыуарлыҡ аҙналығында Учалы ҡалаһының бер төркөм бизнесвумендары өсөн файҙалы сара ойошторолған. Эшҡыуар ханымдар "Минең бизнесым" үҙәге һәм "Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары" ассоциацияһы булышлығында үткән сарала тәжрибә уртаҡлашҡан, танышҡан, аралашҡан, бер-береһенә ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән. Был сара "Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад" милли проекты маҡсаттарына тура килә.
Осрашыуҙа психолог та ҡатнашҡан, төрлө уйын ойошторолған. Һәр кем үҙенә бай тәьҫорат менән ҡайтҡан.
Фото: Администрация МР Учалинский район РБ.