

Республика прокуратураһы 38 йәштән 45 йәшкә тиклемге биш кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.
Ролдәре һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, уларҙы кеше урлауҙа (шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙы) һәм талауҙа ғәйепләйҙәр.
Тәфтиш версияһы буйынса, 2024 йылдың йәйендә дүрт кеше, шул иҫәптән ике үҫмер, алкоголгә һәм наркотиктарға бәйлелек менән яфаланған кешеләргә хеҙмәт күрһәтеүсе реабилитация үҙәгенән ҡасып, Өфөлә ҡуртымға фатир алған.
Ике көндән һуң төндә үҙәк хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ҡайҙалығын белеп, Өфөнөң Новороссийская урамындағы йортҡа килә, унда ике реабилитантты ҡаршы ала һәм, көс ҡулланып, уларҙы законһыҙ рәүештә автомобилгә ултырта. Артабан ғәйепләнеүселәр, уларҙан фатирҙың асҡыстарын алып, фатирға инә, тағы ла ике кешене законһыҙ рәүештә алып сығып, икенсе машинаға ултырта.
Ғәйепләнеүселәр зыян күреүселәрҙе Шишмә районындағы реабилитация үҙәгенә алып китә.
Шул уҡ ваҡытта енәйәт эше фигуранттарының береһе зыян күреүсенең 3,5 мең һумлыҡ мобиль телефонын урлай.
Енәйәт эше Өфө ҡалаһының Дим районы судына ҡарау өсөн ебәреләсәк. Был турала республика прокуратураһы хәбәр итә.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@bashproc