

Рәсәйҙә 1 июндән клиенттарға сит ил мессенджерҙары аша хәбәр итеү тыйылды.
Был тәү сиратта банктарға, кредит булмаған финанс учреждениеларына, элемтә операторҙарына, маркетплейс хужаларына һәм дәүләт органдарына ҡағыла.
Хәҙер мобиль операторҙар шылтыратыу тамамланғас ҡына аутентификацияны раҫлау йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында әһәмиәтле ғәмәлде башҡарыу өсөн кодтар менән СМС ебәрә аласаҡ. Шулай итеп, кеше кодты ҡабул иткәндә муттар уның менән идара итә алмаясаҡ.
Быйыл мартта ҡабул ителгән ҡануниәттәге үҙгәрештәр, ниһайәт, үҙ көсөнә инде. Улар граждандарҙы һәм уларҙың аҡсаларын енәйәтселәрҙең ғәмәлдәренән һаҡлауға йүнәлтелгән.