Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2025, 06:45

Шок! Бер ғаиләлә ике оло бәлә...

1 июндә Иглинда йөк автомобиленән тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың атаһы менән кескәй һеңлеһе лә, уның янына дауаханаға китеп барғанда, юл фажиғәһенә эләккән... 

Шок! Бер ғаиләлә ике оло бәлә...Шок! Бер ғаиләлә ике оло бәлә...
Шок! Бер ғаиләлә ике оло бәлә...

Уйнаған саҡта ҡапыл йөк машинаһы алдына йүгереп сыҡҡан баланы водитель күреү менән рулде ситкә бора, әммә бәрелештән ҡотола алмай... Өсөнсөгә ауырлы әсә ҡыҙын үҙ аллы урындағы дауаханаға алып китә. Ашығыс ярҙам күрһәткәндән һуң ҡыҙҙы Өфөнөң ун етенсе дауаханаһына ебәрәләр. Әлеге ваҡытта бала реанимация бүлегендә ята, табиптар уның хәлен тотороҡло ауыр тип баһалай.

Фажиғәле ваҡиғалар бының менән генә тамамланмай. Был көндө ҡыҙҙың атаһы менән һеңлеһе Мәсәғүттә туғандарында була. Ваҡиға тураһында белгәс тә, ир шунда уҡ кесе балаһын алып, Өфөгә юллана. М-5 федераль трассаһында, Аша ҡалаһы янында, балаһы эргәһенә ашыҡҡан ир рөхсәт ителгән урында икенсе машинаны уҙып китергә маташа, әммә маневр һөҙөмтәһендә "КамАЗ" менән бәрелешә.

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә ир ҙә, кесе ҡыҙы ла ауыр йәрәхәтләнә. Зыян күреүселәрҙе Аша дауаханаһына оҙаталар. Бер нисә сәғәттән һуң биш йәшлек ҡыҙҙы уның апаһы дауаланған Өфө дауаханаһына оҙатырға ҡарар итәләр.

Иглин районы халҡы зыян күргән ғаиләгә матди ярҙам йыйыуҙы ойошторған. Табиптар зыян күргән ғаилә ағзаларының ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшеүен дауам итә.

Өсөһө лә тиҙерәк һауыҡһын инде!

Фото: https://news-bash.ru/news/otets-sbitogo-v-bashkirii-rebenka-popal-v-dtp-na-trasse-m-5/

https://news-bash.ru/incidents/v-bashkirii-gruzovik-sbil-6-letnego-rebenka-na-pridomovoy-territorii/

Шок! Бер ғаиләлә ике оло бәлә...
Шок! Бер ғаиләлә ике оло бәлә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас