Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2025, 12:05

"Яңы проекттар ойошторорға уникаль мөмкинлек бар"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән үтәсәк  Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыуға яуаплы ҡарарға ҡушты.

"Яңы проекттар ойошторорға уникаль мөмкинлек бар""Яңы проекттар ойошторорға уникаль мөмкинлек бар"
"Яңы проекттар ойошторорға уникаль мөмкинлек бар"

Төбәк етәксеһе  Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, был – 28 йыллыҡ тарихы булған йылдың төп иҡтисади ваҡиғаһы. – Ғәҙәттәгесә, унда инвесторҙар менән осрашырға, һөйләшергә һәм ниндәйҙер яңы проекттар ойошторорға уникаль мөмкинлек бар,  – тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Барығыҙҙы ла яуаплы әҙерләнеүегеҙҙе һорайым. Бөгөн мин делегация составы һәм бөтә кәрәкле бурыстар тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуясаҡмын.

 Быйыл 18-21 июндә үтәсәк мәртәбәле сарала  92 ил делегацияһы ҡатнашыуын раҫланы ла инде. Улар араһында Һиндостан, Ҡытай, Бразилия, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Беларусь, Сербия, Венесуэла бар. Был йылда Бахрейн Короллеге ҡунаҡ ил була. Башҡортостан форум майҙансығында 390 квадрат метр майҙанлы төбәк стенды менән сығыш яһаясаҡ. Традицион рәүештә стенд концепцияһы республиканың глобаль инновацияларын һәм үҙ айдентикаһы булған төбәктең әүҙем инвестицион үҫешен сағылдырасаҡ. 1400 квадрат метрлыҡ «Башҡортостан» рестораны республиканың мәҙәниәт, йолалар, милли аш-һыуы һәм туристик потенциалының айырым презентация зонаһы буласаҡ. Бында өс конференц-зона, һөйләшеүҙәр үткәреү өсөн туғыҙ ярым ябыҡ урын урынлашасаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас