Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2025, 16:00

Ҡурҡма, һорама, ышанма!

Ҡурҡма, һорама, ышанма – Был һүҙҙәр әйләнде доғаға. Дөрөҫөн әйтергә ҡурҡмайым, Ярамһаҡланмайым хужаға.

Ҡурҡма, һорама, ышанма!Ҡурҡма, һорама, ышанма!
Ҡурҡма, һорама, ышанма!

Сөнки мин беләм үҙ эшемде
Һәм шуға бирәм хис-көсөмдө.
Малым юҡ, даным юҡ ҡурҡырға,
Дәрәжәм – ҡалтырап торорға.

Һорамайым бер кемдән мин ярҙам,
Ҡалһам да ташҡында бер ярҙа.
Етемлек өйрәтте тормошта
Донъяны тик үҙең ҡормошҡа.

Бурысҡа алһам да бик һирәк,
Биш итеп ҡайтарам бәхилләп.
Мохтажға бирәм бар булғанын,
Аяҡҡа тап килә юрғаным.

Ышанмайым дошман һүҙенә,
Тура ҡарайым ялған күҙенә.
Юҡтан бар булмаҫын беләмен,
Тик хәләл ризығын ейәмен.

Донъяның алдағы әүрәтмәй,
Әҙәмдәр ни генә өйрәтмәй.
Ҡолағым ишеткән бар моңдо,
Ят моңдо йөрәгем көйләтмәй.

Ҡурҡма, һорама, ышанма –
Был һүҙҙәр әйләнде доғаға.
Намыҫың ҡушҡанса йәшәһәң,
Самалар тап килер самаға.

 

Зөһрә Ҡотлогилдина

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас