Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2025, 18:30

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Өфөлә Һупайлы урамындағы аварияла Республика клиник фтизиопульмонология үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәләк булған. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...
Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Бәрелешкән дүрт машинаның икәүһе - "НефАЗ" автобустары.

Дауахананың водителе һәм ашхана хеҙмәткәре пациенттарға киске ашты алып барып, кире туҡланыу блогына ҡайтып барған.

"Һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ уларҙың ғаиләләренә бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтәсәкбеҙ", - тип белдерҙе министр Айрат Рәхмәтуллин.

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...
Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас