Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Хәрби хеҙмәт – ул бурыс ҡына түгел, ул батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтеү.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар физик көс кенә түгел, ә әхлаҡи тотороҡлооҡ, түҙемлек талап иткән ваҡиғаларҙың шаһиты . Шундай геройҙарҙың береһе –  Илеш районының Турасы ауылынан яҡташыбыҙ "Пепел" ҡушаматлы яугир. Прпорщиктың наградалар исемлегендә өс Батырлыҡ ордены һәм Суворов миҙалы бар.

Һәр геройҙың үҙ тарихы . 2005 йылда «Пепел» Чечен Республикаһында контртеррористик операцияларҙа ҡатнаша. Тап шунда ул үҙенең беренсе Батырлыҡ орденын ала. 2022 йылдың апрелендә үҙ теләге менән махсус хәрби  операция  зонаһына китә. Фронтта хәрби батырлыҡтар күрһәткән тәүәккәл  һәм ҡыйыу егет бында Суворов миҙалы һәм ике Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

«Махсус хәрби  операция зонаһында районыбыҙҙың һәм бөтә Башҡортостандың байрағын хөрмәт менән күтәреп йөрөгән, Илештең данын арттырған ир-азаматтарыбыҙ менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!», – тип яҙған  социаль селтәрҙә Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас