Өндәшәһем килә

Өндәшәһем килә "әсәй" тиеп, Итәгеңә ҡуйып башымды... Йөрәктәге әрнеү, һағыштарҙы Йылдар уҙыу ғына баҫырмы...

Өндәшәһем киләӨндәшәһем килә
Өндәшәһем килә

Нисек итеп йөрәк онотһон
Иң ҡәҙерле ғәзиз кешеңде.
Һағыныуҙан йән әрнегән саҡта
Тик түҙергә, ҡыҫып тешеңде.

 

Йыйырсыҡлы ҡулдарыңдан үбеп,
Сал сәстәрең килә һыйпайһым.
Бер миҙгелгә бала саҡҡа ҡайтып,
Итәгеңдә һинең уйнайһым...

 

Һағынам да, ҡәбереңә киләм,
Күҙ йәштәрем йотоп өндәшәм.
Яҙмыш еле йығам тиеп иҫһә,
Һинең менән, әсәй, серләшәм...

 

Хәлиҙә Әсхәҙуллина

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас