Факсимиль күсермә - Милли музейҙа

Бөгөн, III "Китап байрамы" Халыҡ-ара йәрминкәһендә халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы "Урал батыр" эпосының график нөсхәһе күсермәһе Республиканың Милли музейына тапшырылды.

Факсимиль күсермә - Милли музейҙаФаксимиль күсермә - Милли музейҙа
Факсимиль күсермә - Милли музейҙа

Китапты музейға һаҡлауға БР Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Белеүегеҙсә, эпостың тексын 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған.

Күсермә әлегә Милли музейға бирелде, һуңынан ул Евразия күсмә халыҡтар музейы коллекцияһының бер өлөшө буласаҡ.

Фото: БР Башлығы сайтынан, О. Яровиков.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас