Башҡаларға өлгө

Ауыл старостаһы махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөктө үҙе ташый.

Башҡаларға өлгөБашҡаларға өлгө
Башҡаларға өлгө

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә ошо турала бына ни тип яҙҙы:

- Молоканово старостаһы Рәшит Вәлитов гуманитар комвойҙы МХО зонаһына күп тапҡыр алып барҙы. Күптән түгел ул сираттағы сәфәренән ҡайтты: мотоуҡсылар батальонына йөк тапшырҙы, унда башлыса беҙҙең мобилизацияланған егеттәр хеҙмәт итә. Был юлы Рәшит кәрәкле маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары һәм техникаға запас частар менән бергә, яҡташтарының хәрби рухын күтәреү өсөн, өй ризыҡтары ла алып бара. Гуманитар конвойҙы йыйыуҙы ойошторорға битараф булмаған район халҡы ярҙам итә. Рәшит айырыуса Йәмәғәт палатаһы рәйесе Эльза Васильеваға, Ермолаевка ауыл советы башлығы Марина Букрееваға, Күмертау ҡала советы депутаты Маргарита Моратбәкиеваға рәхмәт белдерә. Әммә был ярҙамдың һуңғыһы түгел. Рәшит киләһе сәйәхәткә әҙерләнә. Бөгөнгө көнгә генераторҙар, сымдар, балталар, электр ҡоралдары һәм иретеп йәбештереү аппараттары - көнкүреште яйға һалыу һәм хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн бөтә кәрәкле нәмәләр һатып алынған. Рәшит Вәлитовҡа изге эшендә уңыштар һәм хәүефһеҙ юл, ә беҙҙең һалдаттарға еңеү теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/yulay_ilyasov

Башҡаларға өлгө
Башҡаларға өлгө
Башҡаларға өлгө
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас