«Күстәнәскә ҡорот, май ал!»

 «Күстәнәскә ҡорот, май ал», - тине Киткәнемдә әсәй ҡалаға. Асыҡмаҫымды ла белә, әммә Ризыҡ менән сыҡһын, ти, бала.

«Күстәнәскә ҡорот, май ал!»«Күстәнәскә ҡорот, май ал!»
«Күстәнәскә ҡорот, май ал!»

«Аҙыҡлының аты арымаҫ», - тип,
Әсәй һалды майын-ҡоротон.
Юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән
Ауыҙ ғына һыуын ҡоротоп:

 

Сыҡҡан саҡта ир-ат яу юлына
Ҡуржынында алған ҡорот-май...
Тәғәйенен генә алған улар,
Ил-йорттоң да ҡотон ҡоротмай.

 

Ҡаҡлаған ит, ҡаҙы, ҡурҙағын да
Эремсеген, талҡан... башҡаһын,
Ауыҙынан өҙөп биргән халҡым,
Тик һау ҡайтһын ир-ат башҡайы...

 

Ҡунаҡ ҡайтмаҫ беҙҙән күстәнәсһеҙ...
Мин дә алам майын-ҡоротон.
«Туғандарым! Рәхмәт инде!» – тимен,
Ауыҙғынам һыуын ҡоротоп...

 

Ҡәҙим АРАЛБАЙ

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас