Өйҙә әҙерләнгән чипсы

Кибеттән һатып алғансы, үҙегеҙ эшләгеҙ.

Өйҙә әҙерләнгән чипсыӨйҙә әҙерләнгән чипсы
Өйҙә әҙерләнгән чипсы

 

Таҙартылған картуфты бик йоҡа итеп түңәрәкләп турарға, крахмалын йыуҙырыр өсөн бер аҙ һыуға һалып торорға. Картуф телемдәрен таҫтамалға  йәки ҡағыҙ салфеткаға һалып киптерергә. Һуңынан сөм һауытҡа көнбағыш майы һалып, тоҙлап, уның ҡайнап сығыуын көтөргә лә, картуфты ҡыҙҙырырға һалырға. Әҙер чипсыларҙы дуршлагҡа һалып, майынан һарҡытырға.  Әҙер ризыҡты тәрилкәгә теҙеп, тәмләткестәр һибергә.

   Чипсыларҙы микротулҡынлы мейестә лә бешергә була. Шулай уҡ телемдәргә бүлеп, йыуып һәм киптереп, мейес тәрилкәһенә һалабыҙ. Телемдәр тигеҙ ҡыҙһын өсөн барыһы ла бер ҙурлыҡта булырға тейеш. Әҙер чипсыларҙы алып, тәмләткестәр һибергә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас