

Шағир кеше һөйә белмәйме ни?
Ниндәй иҫәр уны уйлаған?!
Әжәл булһын йә булһын мәңге сир:
Йөрәккәйем һине һайлаған...
Осам, осам! Хәтәр диуаналай
Яҙам хаттар һинһеҙ сәхнәлә.
Улай булмай, имеш, улай булмай,
Ә мин күрәм һәр төн сәхрәлә...
Мөхәббәт юҡ, тиһең, мөхәббәт бар:
Ризалашмай торһон күптәре,
Мәңге иҫтән сыҡмаҫ һинең ҡулдар
Һәм сыңламаҫ йылы һүҙҙәрең.
Мөхәббәт юҡ, тиһең, мөхәббәт бар...
Руфина Лоҡманова