Балалары бар икәнен дә онотоп ултырғандар

3 йәшлек сабыйҙарының юҡлығын ҡунаҡтан ҡайтырға йыйына башлағас ҡына һиҙгәндәр.

Балалары бар икәнен дә онотоп ултырғандарБалалары бар икәнен дә онотоп ултырғандар
Балалары бар икәнен дә онотоп ултырғандар

Төн уратаһында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәл министрлығына Шишмә районының Яңы Ҡыҫҡа Сәфәр ауылында 3 йәшлек малайҙың юғалыуы тураһында хәбәр килә.  Билдәле булыуынса, ғаилә ҡунаҡта булған һәм ҡайтырға йыйына башлағас, баланың юҡлығын күргәндәр. Үҙҙәре эҙләп тә таба алмағас, ҡотҡарыусыларҙы саҡыртҡандар.  Эҙләүгә ҡотҡарыусылар,  кинологтар,  ауыл халҡы ла сыҡҡан. Баланы төнгө сәғәт икелә таба алғандар. Ул  күршеләренең хужалыгында булған. Иҫән-һау. Табибтар ҡарағандан һуң, сабый ата-әсәһенә тапшырылған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас