

Октябрьскийҙағы фажиғә тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, әсә 2 һәм 4 йәшлек балаларын балалар баҡсаһына алып китә. Ғаилә башлығы яңы тыуған бала менән фатирҙа ҡала. Ниндәйҙер мәлдә бала түшәгендә япма һәм матрас, шулай уҡ сабыйҙың кейеме яна башлай.
Янғын сығыуҙың сәбәптәрен асыҡлайҙар. Уттың фендан һәм гель шарҙарынан сығыуы мөмкин, тип фаразлайҙар.
Тәне 3-4 дәрәжәлә бешкән бала ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Октябрьский дауаханаһының табиптары уның ғүмере өсөн көрәшеүен дауам итә.
Реаниматологтар комбустиологтар менән бәйләнешкә ингән, Республика балалар дауаханаһынан белгестәр санавиацияла Октябрьскийға юлланған.
Фото: МЧС РБ.