

Яҡтыкүл буйында унлаған санаторий, ял йорттары, шәхси йорттар урынлашҡан. Күл буйында йәшәүселәр скважиналарынан йыуынты һыуҙарҙың килеүенә зарлана. Сөнки шәхси йорт төҙөп сыҡҡандарҙың күбеһендә бысраҡ һыу йыйылған канализация соҡоро санитар нормаларға ярашлы эшләнмәгән. Өҫтәмә үҙәкләштерелгән канализация системаһы булдырылып, барыһына ла шуға тоташыу талабы ҡуйылһа, күлгә бысраҡ та аҡмаҫ, кеше лә таҙа һыу эсер ине.
Был , үҙ сиратында, ҙур аҡсалар талап итә. Уны республика бюджеты тиҙ арала ғына бүлмәйәсәк. Район хакимиәттәре көсөн менән был мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ.Әгәр ҙә районға ҙур инвестор килә икән, ул урындағы социаль һәм экологик мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тейеш.
Һыу ятҡылыҡтарың бысраныуына биология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты Василий Мартыненко үҙенең фекерен белдерә.
«Һыу ятҡылыҡтарының торошона кире йоғонто яһаған иң төп проблемаларҙың береһе — урман ҡырҡыу. Бигерәк тә беҙҙең төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы ағастарҙы ҡырҡыуҙан зыян күрә. Әгәр элек ул Өфөгә тиклем баржалар, суднолар йөрөй торған йылға булһа, хәҙер был йылғаның өҫкө ағымында урман ҡырҡыу һәм үҙәнде тәрәнәйтеү буйынса эштең булмауы арҡаһында һайыҡты. Хәҙерге ваҡытта Волгала ла шундай уҡ хәл күҙәтелә. Уның тәрәнлеге өсөн яуаплы булған бәләкәй йылғалар буйындағы ағастарҙы ҡырҡыу арҡаһында элекке хәлендә түгел.
Антропоген тәьҫирҙән тыш, һыу ятҡылыҡтарына һуңғы 40 – 50 йылда булған климат үҙгәреүе йоғонто яһай. Йәйге яуым-төшөм күпкә кәмей, ә ҡышҡыһын күберәк була. Иртә яҙ килгәс, ҡар тиҙ иреп бөтә. Ер дымға туйынып ҡала алмай.
Йәйге яуым-төшөм һыу сығанаҡтары өсөн бик мөһим. Улар тупраҡҡа үтеп инә һәм яйлап йылғаларҙы туйындыра. Яуым-төшөм аҙ булғанда, ташҡын булмағанда, беҙҙең йылғалар ташҡанда барлыҡҡа килгән һыу ятҡылыҡтары йыуылмай һәм, һөҙөмтәлә, уларҙа һаҙлыҡ барлыҡҡа килеү процесы башлана. Был мәсьәлә хәҙер күлдәребеҙ һәм быуаларыбыҙ өсөн бик актуаль. Был хәл, мәҫәлән, Асылыкүл йәки Шәмсетдин күлдәрендә күренә. 100 йылдан һуң Асылыкүл һаҙлыҡҡа әйләнер, тип ҡурҡам. Хатта һалҡын тау күле Талҡаҫтың төбө лә ылымыҡланған. Ҡыш көнө был фитомасса үлә башлай һәм буласаҡ үҫемлектәр өсөн туҡлыҡлы нигеҙ булып тора. Үҫемлектәр күберәк булған һайын, күл һаҙлыҡҡа тиҙерәк әүерелә башлай. Был мәсьәләгә иғтибарҙы арттырырға теләмәйем, әммә был теманан ситтә ҡалырға ярамай.
Беҙҙең һыу ятҡылыҡтары өсөн иң ҙур бәләләрҙең береһе — яр буйы буйлап заманса бәҙрәф һәм канализация булмауы, был һыуға кеше эшмәкәрлегенең ҡалдыҡтары эләгеүенә килтерә. Күп күлдәр тирәләй ауылдар, ял базалары урынлашҡан. Үҙәк канализация булмаған шарттарҙа бөтә көнкүрештә ҡулланған бысраҡ һыу һыу ятҡылыҡтарына үтеп инә һәм уларҙы бысрата. Тәбиғәттә һыу объекттарының үҙ-үҙен таҙартыу һәләте бар, әммә уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ түгеллеген аңларға кәрәк, бигерәк тә экосистемаға хәҙерге антропоген йоғонто булғанда. Шуға күрә һыу ятҡылыҡтары янында таҙартыу ҡоролмалары менән цивилизациялы канализация системаһын төҙөй башларға, төбөн тәрәнәйтеү, балсыҡ фракцияларын йыйыу һәм башҡалар менән шөғөлләнергә кәрәк».