+21 °С
Болотло


Өфөлә зыян күргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөрәжәғәтенән һуң маньяк ҡулға алынған. Республиканың Эске эштәр министрлығында белдереүҙәренсә, ул быға тиклем хөкөм ителгән 36 йәшлек ир.
Әҙәм аҡтығы баш ҡаланың Блюхер урамында һөжүм яһаған. Ҡыҙҙарҙың береһенә 16 ғына йәш. Өфө маньягының ҡорбанын эҙәрлекләп барыуы видеокүҙәтеү камераһына ла эләккән.