

Балалар өсөн арҙаҡлы башҡорт ғалимдары хаҡында документаль фильмдар күрһәтелде. Улар "Бишек" ойошмаһы менән "Тамыр" телеканалы тарафынан Башҡортостан башлығы грантына төшөрөлгән.
Кинотеатрға килгән һәр кем тәүге совет электрон иҫәпләү машинаһын уйлап тапҡан Бәшир Рәмиев тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Тамашасылар шулай уҡ Башҡортостандың тәүге нефтсе ҡатын-ҡыҙы, Советтар Союзының арҙаҡлы ғалимы Мәғрифә Мәүлетова хаҡында бай һәм фәһемле фильм ҡараны. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов тәбиғи фәндәр өлкәһендәге билдәле шәхестәрҙе белеү кәрәклеген билдәләп үтте.
Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Нил улы Ишемғолов тамашаға килгән уҡыусы балаларҙы "Асыш" медиапроектында ҡатнашырға саҡырҙы. "Тамыр" балалар телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина идеяһы менән төшөрөлгән ошондай шәп фильмдар күптәр өсөн асыш булды.
Һәҙиә Урманова.