Уның тәжрибәһе лә медицинала кәрәгер

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының сираттағы этабы тамамланды. Киләһе этапҡа 70  кеше һайлап алынды. Программала Бүздәк районында тыуып үҫкән Вадим Мөфтәхов та ҡатнаша.  

Уның тәжрибәһе лә медицинала кәрәгерУның тәжрибәһе лә медицинала кәрәгер
Уның тәжрибәһе лә медицинала кәрәгер

Ул  2020 йылда Өфө медицина колледжын тамамлап, Өфөнөң 22-се ҡала клиник дауаханаһында анестезиология-реаниматология бүлегендә эшләгән, ә һуңынан махсус хәрби операция зонаһында фельдшер һәм полктың медицина пункты дарыуханаһы мөдире вазифаһында хеҙмәтен дауам итә. Хәрби медиктың бурыстарына ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, яралыларҙы эвакуациялау, госпитализацияны ойоштороу һәм шәхси составтың хәрби әҙерлеген медицина оҙатыуы инә.

«Башҡортостан Геройҙары» программаһы кадрҙарға профессиональ үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Вадимға уңыштар!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас