Татарстанда аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн трассала туҡтаған табипты аяуһыҙ туҡмағандар.
Билдәле булыуынса, ул эштән ҡайтып барышлай түңкәрелгән автомобилде күреп ҡала һәм зыян күреүселәргә ярҙам итергә ашыға. Көтмәгәндә аварияға эләгеүсе егеттәр уға ташлана һәм табипты туҡмай, ул ғына ла түгел, пистолет менән янай.
Зыян күреүсенең һеңлеһе әйтеүенсә, ағаһына юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусылар һөжүм иткән, йәнәһе, улар иҫерек булған.