Журналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барған

Был хаҡта Рафиҡ Әхмәтшин хәбәр итте.  

Журналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барғанЖурналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барған
Журналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барған

«Каштан сәскә атҡанда һинең янға киләм». Ял мәлендә һөйөклө тормош иптәшемдең әйткән һүҙҙәрен шаяртыу тип кенә ҡабул иткәйнем. Хоҙай Тәғәләнең «Амин» тигән сағына тура килгән икән. Ул «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ҡыҙҙары менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә килде. Ҡыҙҙар хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам тапшырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова һәм БСТ телеканалы журналисы Наил Юнысов концерт ойошторҙо, егеттәргә күңел ялы бүләк итте. Рәхмәт, йәнем. Шулай уҡ «Ете ҡыҙ» ойошмаһы рәйесе Ләйсән Рабадановаға, ирекмәндәр Динара Сафина, Раушания Нишанова һәм водитель Альфред Сафинға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», – тип яҙған «Журналист» позывнойлы яугир социаль селтәрҙә.

Журналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барған
Журналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барған
Журналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барған
Журналист Зөһрә Арсаева тормош иптәше янына МХО-ға барған
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас