

#ПОБЕДА80
Төхфәт Фәттәхетдин улы Моратов 1906 йылдың 21 ғинуарында Йылайыр районының Ишембәт ауылында тыуған. Темәс фабрика-завод училищеһында, Ырымбур башҡорт педагогия техникумында белем ала. Хәйбулла районының мәғариф бүлегендә эшләй. Шиғырҙар яҙа, «Шәрәфи ҡасҡын» тарихи повесының авторы (әҫәр һаҡланмаған, ҡайһы бер бүлектәре 1930 һәм 1935 йылдарҙа «Сәсән» журналында баҫылып сыға). Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән яуға китә. Ике тапҡыр яралана. 1944 йылдың 27 декабрендә Латвияны азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк була.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Әсә һүҙе
Улым!
Әсәң күҙҙәренә ҡарап,
Ҡайғыра, тип һис тә уйлама!..
Мин посыңа һине
Шатлыҡ менән,
Ҙур ғорурлыҡ менән оҙатам.
Ғәфү ит һин, балам, был шатлығым
Йәш бөртөгө булып тамғанға.
Мин шатланам – бына илем өсөн
Батыр һаҡсы үҫтерә алғанға.
Поста торһаң, унда үҙемде лә
Бергә торған кеүек һиҙәм мин.
Сөнки, улым, һине бергә типкән
Ҡуш йөрәгем итеп тоям мин.
Улым! Әсәң ҙур ышаныс менән
Ил һаҡларға һине ебәрә.
Һин тейешһең уның теләктәрен
Һис бер тайпылмайса үтәргә.
Туҡма дошманыңды аямайса,
Бул дошманға ҡаты бәғерле.
Ул килтермәһен һинең әсәйеңә
Ҡамсы, бығау, үлем, ҡәберҙе.
Танкта булһаң, уны тапатып уҙ,
Самолеттан утҡа ҡойондор.
Ҡайҙа ғына һине ҡуйһалар ҙа,
Ышанысын аҡла илеңдең.
Аҡла, улым, әсәң ышанысын,
Ышанысын оло атаңдың.
Батыр, һаҡла
һәр ус тупрағын,
һулыш-һауа,
һыуын Ватандың!
Дуҫ ҡәбере янында
Хуш бул, дуҫҡай,
ҡәбереңә, бәлки,
Һуңғы тапҡыр килеп торамдыр.
Ишетәһеңме, позициялар буйлап,
- Һөжүмгә! – тип сигнал уйналды.
Был сигнал,
ҡаты оран булып,
Үс алырға беҙҙе саҡыра.
Ғәфү ит, дуҫ,
оҙаҡ тора алмайым,
Тағы атакаға ашығам.
Һәм ғәфү ит, дуҫҡай,
ҡәбереңде
Сәскә менән биҙәп торманыҡ.
Һәйкәл өсөн баш осоңа тағы
Йондоҙ-фәлән яһап торманыҡ.
Үҙ окобың – һинең ҡәберең булды,
Һәм һин – һалдат – уны аңларһың:
Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең үпкәләргә
Ҡаты яҙмышына һалдаттың.
Башыбыҙҙы эйҙек окобыңа,
Бер минутҡа ғына теҙләнеп.
Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек,
Автоматты ҡыҫып, тешләнеп.
Залп бирмәнек,
һиңә тигән залптар
Дошман йөрәгенә атылыр.
Һеҙ ҡорбандар өсөн
иң ҙур һәйкәл –
Еңеү тигән һәйкәл һалыныр.