

#ПОБЕДА80
Фәйзи Муллағәли улы Ғүмәров 1926 йылдың 3 мартында Стәрлебаш районының Иҫке Хәлекәй ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм һигеҙ йыл хеҙмәт итә. Ете ай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандан һуң уны Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Рус-япон һуғышынан һуң 1947—1951 йылдарҙа «Силәбе-40» ябыҡ ҡалаһында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас 1987 йылға тиклем журналистика өлкәһендә эшләй, ижад итә. 2002 йылдың 27 июлендә вафат була.
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты.
Әгәр ҙә ҡыҙ булһам...
Әгәр ҙә мин ҡыҙҙар булһам,
Һис тә тик тормаҫ инем!
Өйҙө йыйыштырыр инем –
Уйнап йөрөмәҫ инем.
Күлдәкте лә, иҙәнде лә
Гел үҙем йыуыр инем.
Әсәй ҡайтыуға картуфты
Әрсеп үк ҡуйыр инем.
Булышыр инем әсәйгә
Һәр эштең яйын белеп.
Ул да мине маҡтар ине:
– Һай, ҡыҙым, уңған! – тиеп.
Стәрлебашым – йөҙөк ҡашым
Стәрлебашта эшсән халыҡ
Юҡтыр ул башҡа яҡта.
Үлән үҫмәгән тау-ташта
Урман үҫтерҙе хатта.
Стәрлебашым – һин юлдашым,
Беҙ бергә, мәңге бергә.
Стәрлебашым – йөҙөк ҡашым,
Йөрәгендә һин генә.
Тирә яҡтың егеттәрен
Мәңгегә ғашиҡ иткән
Беҙҙәгеләй сибәр ҡыҙҙар
Башҡа ерҙә бармы икән?
Егеттәре алтын ҡуллы
Матурлайҙай донъяны.
Кейәү эҙләп ситкә китмәй
Беҙҙең яҡтың ҡыҙҙары.
Стәрлебаштың саф һауаһын
Бер һулаһаң, дәрт арта.
Ситкә киткән ауылдаштар
Һағынып кире ҡайта.