

Унда уҡытыусылар мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары, заманса уҡытыу алымдары, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары хаҡында фекер алыша, тәжрибәле уҡытыусларҙың оҫталыҡ дәрестәрен ҡарай.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында съезд делегаттары өсөн өс майҙансыҡта фәһемле саралар ойошторолғайны. Мәҫәлән, психология фәндәре кандидаты, доцент Биктаһирова Алһыу Ришат ҡыҙы үткәргән психологик тест стрестарға ҡаршы тороу һәләтен тикшерергә ярҙам итте. Уның киләсәктә уҡытыусыларға балалар менән эшләгәндә лә файҙаһы тейәсәк.
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Вадим Торомтаевтың «Һанлы технологияларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән темаға үткәргән оҫалыҡ дәресе бик тә фәһемле булғандыр. Нейроселтәр мөмкинлектәрен, яһалма интеллект технологияларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшендә нисек ҡулланырға? Оҫталыҡ дәресе ошо турала булды.
– Яһалма интеллектты ҡулланыу уҡытыусының эшен күпкә еңелләштерә. Уны дәрескә әҙерләнгән ваҡытта, план төҙөгәндә, таратма ҡулланма материалдар әҙерләгәндә ҡулланырға мөмкин. Иң мөһиме – башҡорт телендә әҙерләйбеҙ, ул телде аңлай. Бынан тыш, дәрестән тыш эш өсөн дә өҫтәмә материалдар, төрлө сценарийҙар, һүрәттәрҙе үҙебеҙгә кәрәкле итеп төҙөп алырға мөмкин. Әлбиттә, саҡ-саҡ башланып торған технология булғанлыҡтан, ҡытыршылыҡтар ҙа, башҡорт телен аңлап бөтмәү осраҡтары ла бар, әммә дөйөм алғанда ҡулланырлыҡ материалдар бар, – тип һөйләй Вадим Зәйнулла улы, был технологиялар ярҙамында дәресте күпкә ҡыҙыҡлыраҡ итеп ойоштороп булыу мөмкинлегенә баҫым яһап.
Пленар өлөштә йәш уҡытыусылар бер-береһенең файҙалы сығыштарын тыңланы, улар индергән тәҡдимдәр буйынса фекер алышты. Мәҫәлән, «Смарт» 2-се Республика поллилингвиаль күп профилле гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наҙгөл Хәбибуллина йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү өсөн остазлыҡ платформаһы булдырыу кәрәклеге тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. «Бындай платформа йәш уҡытыусыларға ҙур ярҙам булыр ине һәм уларға эшкә өйрәнеп китеүҙе еңелләштерер ине», – тине ул. Ул шулай уҡ гимназияла ойошторолған башҡорт телен өйрәнеү буйынса мәктәпкә тиклемге әҙерлек төркөмөнөң эшен билдәләп үтте. «Ул балаларға мәктәпкә килгәнсе уҡ телде өйрәнергә ярҙам итә. Ошондай уҡ төркөм башҡа мәктәптәрҙә лә булдырылһа, бик яҡшы булыр ине», – тип үҙ фекерен еткерҙе ул.
Һөйләшеүҙә шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәрҙе, методик ҡулланмаларҙы яңыртыу, күбәйтеү кәрәклеге тураһында ла тәҡдим булды. Сарала ҡатнашыусылар йәш уҡытыусыларға булған социаль льготалар менән дә танышты.
Фото:Автор фотолары.