Бөгөн – съездың икенсе көнө. Баш ҡалабыҙҙың төрлө учреждениеларында туғыҙ майҙансыҡ эшләй. Беҙгә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы Геном үҙәгендә ойошторолған «Һомай» майҙансығында булыу бәхете тейҙе. Бында белем биреү учреждениеларының, урта һөнәри уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ата-әсәләр йәмәғәтселеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методистары һәм белгестәре йыйылды.
Дәүләт дөйөм белем биреү сәйәсәте һәм мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Сергей Васин ҡатнашыусыларҙы онлайн-сәләмләп, емешле эш теләне. Ул тел аралашыу сараһы ғына түгел, халыҡтың аҡыл хазинаһы булыуын, мәҙәниәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауҙа ла үҙ өлөшөн индереүен белдерҙе.
Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек етәксеһе Вадим Рәхмәтуллин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезының мәртәбәһен билдәләп, 2019 йылда уҙғарылған тәүге ҡорҙан һуң бик фәһемле ҡарарҙар ҡабул ителеүен белдерҙе.
– Мәғариф һәм фән министрлығында милли мәғариф идаралығы, Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге булдырылды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ассоциацияһы төҙөлдө. Уны Рифат Әйүпов етәкләй. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында, Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, 2019 йылдың 14 декабренән Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт теленән диктант яҙыу халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде. Быйыл был акцияла 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, – тип белдерҙе ул.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, белеме буйынса педагог булараҡ, һәр бер башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына хөрмәт менән ҡарауын белдерҙе, сығышында үҙҙәре тормошҡа ашырған яңы проекттар, конкурстар хаҡында һөйләне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина башҡорт телен популярлаштырыу буйынса грант проекттарының уңышлы практикаһы хаҡында бәйән итте. Һуңғы биш йылда барлығы 20 конкурс үткәрелгән, барлығы 4036 ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың 835-е еңеүсе булып, 1,3 миллиард һум күләмендә аҡса бирелгән. Мәҫәлән, “Мин башҡортса һөйләшәм” башҡорт теле фестивале 2023 йылда ойошторолған. Уға ярашлы, йәш эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт үткәрелгән, башҡорт телен өйрәнеү буйынса иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу буйынса 10 майҙансыҡ ойошторолған. Люциә Ҡәһим ҡыҙы шулай уҡ “Башҡорт телен теләп өйрәнәм”, “Белем”, “Һанлы мөхиттә батырҙы үҫтерәбеҙ”, “Аулаҡ өй. Өләсәйҙәр менән кис ултырыу” кеүек проекттар хаҡында ла телгә алды.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәре Гүзәлиә Исхаҡова башҡорт телендәге өҫтәл уйындарының тел өйрәнеүҙәге әһәмиәтен һөйләне.
– Өҫтәл уйындары йыйнаҡлыҡ, аралашыу мәҙәниәте, төркөмдә үҙ-ара эш итеү, аралашыусанлыҡ, белемде камиллаштырыу кеүек тик яҡшы сифаттар ғына формалаштыра. Уйындар шулай уҡ дөйөм мәҙәни аҡыл, логик фекерләүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән үҫеш мәсьәләләрен хәл итә, – тине ул.
Этнограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлимә Усманова миллилек, халыҡ-ара татыулыҡ өҫтөнлөк алғанда милли кейемгә ҡараш йәш быуын өсөн генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә мөһимлеген белдерҙе. Ул экранда уҡытыусылар өсөн кейем коллекцияларын да күрһәттә.
Юридик фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының цифрлы трансформация буйынса пророректоры Айнур Хәйбуллин “Башперевод” системаһын нисек ҡулланыу тураһында һөйләһә, IT белгесе Айгиз Ҡунафин яһалма зиһен хаҡында төплө мәғлүмәт бирҙе, башҡорт телен аңлаған ҙур тел моделдәренең һылтанмаларын тәҡдим итте. Этнодизайнер, блогер Иҙел Хәкимов үҙе менән таныштырып, блог алып барыу серҙәре менән бүлеште.
“Һомай” майҙансығының икенсе өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн практик дәрестәр ҙә уҙғарылды.
Юлай Кәримов фотолары.