

Муйыл сәскәләре еҫенәнме,
Иләҫләнеп китә йөрәк тә.
Аҡыл тағы бер-икене өҫтәй:
"Дарыуҙарың бына, төргәктә".
Һары бәпембәле һуҡмаҡтарҙан
Тыпыр-тыпыр йүгереп уҙаһың...
Зирәк аҡыл, ул киҫәтеп һала:
"Сабыр ит һин, мотор ҡыҙмаһын!"
Күңелдәргә йылылыҡ бирә яҙҙар,
Боҙ күңелдәр эрей яҙҙарҙа...
Өмөтһөҙгә өмөт күктә өҫтәй
Ҡаңғылдашып осҡан ҡаҙҙар ҙа!
Ун һигеҙҙә юлдар кире илтмәҫ,
Күңел бит шуға талпына...
Муйыл сәскәләре атҡан саҡта
Йәшлеген ул шулай һағына!
(Авторын белһәгеҙ)