Улар баш ҡалабыҙҙағы Еңеү парадында ҡатнашҡан

Мәләүездән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Бүре” позывнойлы яугир  Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашҡан.  

Улар баш ҡалабыҙҙағы Еңеү парадында ҡатнашҡанУлар баш ҡалабыҙҙағы Еңеү парадында ҡатнашҡан
Улар баш ҡалабыҙҙағы Еңеү парадында ҡатнашҡан

Мәләүездән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Бүре” позывнойлы яугир  Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашҡан.  Ул 2022 йылдан фронтта, танкист булып хеҙмәт итә.

“Минең янымда –сыҙамлы, ҡыйыу, ҡаһарман кешеләр. Эске ныҡлығым менән  мин әсәйемә рәхмәтлемен, ул мине дөрөҫ тәрбиәләгән” –  ти Фидан.

Танкист төп парадта ҡатнашыу ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ булыуын таный.

–Рәсәй хәрбиҙәренең һәр аҙымында, һәр ҡарашында үҙ иле өсөн ғорурлыҡ. Был тойғоларҙы һүҙҙәр менән еткереп булмай, – ти “Бүре”.

Егет –  Батырлыҡ орденының тулы кавалеры. Танк училищеһын тамамлағандан һуң танк взводы командиры итеп тәғәйенләнә, бер йылдан хеҙмәттәге яҡшы күрһәткестәре өсөн танк ротаһы командиры итәләр.

   Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре Виталий Поскряков менән  Олег Емельянов  та ҡатнашҡан.

Улар баш ҡалабыҙҙағы Еңеү парадында ҡатнашҡан
Улар баш ҡалабыҙҙағы Еңеү парадында ҡатнашҡан
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас