

Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте. Иң ҙур «Үлемһеҙ полк» Өфөлә булды, үҙенең геройҙарының портреттары менән октябрь проспекты буйлап 200 меңдән ашыу кеше үтте. Был сара ике йыл туҡтап торғандан һуң һигеҙенсе тапҡыр ошондай ғәҙәти форматта үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров унда үҙенең ҡатыны Каринэ Хәбирова менән ҡатнашты. Ҡулында ул ҡартатаһы – Барый Латип улы Хәбировтың портерын тотҡайны.
Фото:Башинформ.